Главная Все новости Сибай институты уҡытыусылары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған йәш ижадсылар бәйгеһендә ҡатнашты

Все новости

Сибай институты уҡытыусылары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған йәш ижадсылар бәйгеһендә ҡатнашты

Башта ҡала мәктәптәре араһында, унан төбәк уҡыусыларын туплаған конкурс быйыл тәүге тапҡыр республика кимәленә сыҡты. Ҡатнашыусылар алдан уҡ проза, поэзия, журналистика буйынса эштәрен ебәргәйне. Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Баймаҡ, Бөрйән, Бүздәк, Йылайыр, Мәсетле, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Нефтекама ҡалаларынан йәмғеһе 140-тан ашыу эш ҡабул ителде. 
Күркәм сарала Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың ҡатнашыуы сараның баһаһын бермә-бер арттырҙы. 
Артабан йәш ижадсылар өс секцияға бүленеп, абруйлы баһалама ағзалары алдында һынау тотто. Күренекле яҙыусылар, журналистар ингән комиссия балаларҙың хеҙмәтен йөкмәткеһе һәм әҙәби кимәле йәһәтенән баһаланы.
«Тере тарих» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәлдә Таңсулпан Ғарипова менән яҡындан аралашып ҡына ҡалманы уҡыусылар, ә үҙҙәрен борсоған, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап та тапты. 
Башҡорт Дәүләт Университетының Сибай институты  менән гимназия-интернат араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеү төҙөлгән. Ошоға ярашлы институт уҡытыусылары гимназияла уҙғарылған бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Был юлы ла йәш ижадсыларҙы ҡотларға   Башҡорт Дәүләт Университетының Сибай институты директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, педагогика фәндәре докторы Азат Сәлимйән улы Вәлиев, филология фәндәре кандидаттары Нәйлә Ыласынова, Гөлкәй Сәмерхановалар килде һәм уҡыусыларға файҙалы кәңәштәрен еткерҙе, бүләктәрен тапшырҙы.
Беҙ Тансулпан Ғарипова исемендәге мәртәбәле бәйгелә еңеүсе балаларҙы ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм   барыһын да   Сибай институтына уҡырға инергә саҡырып ҡалабыҙ.

 

gim1 gim2 gim3

gim4 gim5 gim6

                                          Институттың матбуғат хеҙмәте

Главная Все новости Сибай институты уҡытыусылары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған йәш ижадсылар бәйгеһендә ҡатнашты

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов